1. Родителям
  2. Новости
  3. "Халиҡов уҡыуҙары"

"Халиҡов уҡыуҙары"

Апрель 26, 2023 Просмотров: 686
Әҙәбиәтебеҙ классигы Мостай Кәримдең шундай һүҙҙәре бар: “Мин кешеләрҙе ике төркөмгә бүләм. Берәүҙәре, планетаның бер тапҡыр ҙа Ҡояш төшмәгән яғында йәшәйҙәр, ҡалғандары – гел яҡты яғында. Улар – шиғриәт, әҙәбиәт, йыр-моң яратҡан кешеләр”. Ул әйтмешләй, планетаның нурлы яғында йәшәүселәр һаны артҡандан-арта барһа насармы ни? Районыбыҙҙа Т.Ғарипованың юбилейына арналған  төрлө саралар үткәрелеп килә.Бына 17 октябрҙә әҙибәнең тыуған ауылы Күсейҙә фәнни- ғәмәли конференция ойошторолдо.Алдан иғлан ителгән иншалар һәм хикәйәләр  конкурсында ҡатнашып еңеүсе булған 8- се класс уҡыусыһы Уразгильдина Фидәлиә был конференцияла Маҡтау грамотаһына һәм аҡсалата премияға лайыҡ булды. Планетаның гел ҡояш төшкән яғында йәшәйек, әҙәбиәтебеҙҙе, телебеҙҙе үҫтерәйек, һаҡлайыҡ. Ысын мәғәнәһендә рух, күңел байрамы булған был саранан, ҡанатланып, дәртләнеп ҡайттыҡ.