1. Родителям
  2. Новости
  3. ЙәшЯнғынҺүндереүселәр

ЙәшЯнғынҺүндереүселәр

Май 26, 2022 Просмотров: 35
Янғынды иҫкәртеү буйынса дәүләт инспекторы И.Х.Хәмитов менән осрашыуҙар беҙҙең мәктәптә традицияға ингән.Шулай уҡ класс сәғәттәрендә,предмет буйынса дәрестәрҙә,кластан тыш сараларҙа янғынды булдырмау,иҫкәртеү темаһына һүрәт төшөрөү,һәр төрлө макеттар эшләү,һорауҙарға яуаптар кеүек эштәр алына.
7 класс уҡыусыһы Нурасова Айгүзәл республика күләмендә " Туҡта,урман янғыны " исемле һүрәттәр  конкурсында ҡатнашып сертификатҡа лайыҡ булды.
Бындай уңыштарыбыҙ беҙҙең бик күп.
Янғындар булмаһын,уны иҫкәртеү ҡағиҙәләрен һәр саҡ теүәл үтәйек.